ВОТИКЕЕВСКИЙ, Ҡариҙел й. һыубаҫар  туғайындағы һаҙлыҡ, Вотикеев а.  көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта  урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ,  дөйөм майҙаны — 525 га, торфтың  уртаса ҡалынлығы — 1,2 м, иң ҡалын урыны — 2,9 м. Башлыса ер өҫтө  һыуҙары м‑н туйына. Тал, ябай  балан, ерек ҡураһы, һаҙ ҡолонғойроғо,  шифалы бесәй үләне һ.б. үҫә.  Ҡоралай, мышы, ябай төлкө, ҡамыш турғайы, һарығош, ябай һандуғас  һ.б. йәшәй. 


Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.