ВОСКРЕСЕНСК РАЙОНЫ, БАССР-ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Ишембай, көнсығышта — Бөрйән, көньяҡ- көнсығышта һәм көньяҡта — Йомағужа районы, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Мәләүез р‑ны м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Маҡар райондары бүленеүенә бәйле ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Мәләүез р‑ны составына индерелгән. Майҙаны — 1483 км2. Район үҙәге — Воскресенск ауылы. Районда 10 ауыл советы, 65 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 25,6 мең кеше (1950), урыҫтар һәм башҡорттар күпселекте тәшкил иткән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 9 колхоз, МТС, урман сәнәғәте хужалығы, 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт һарайы, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 10 ауыл китапханаһы булған. “Ленинский путь” (“Ленин юлы”) гәз. сыҡҡан.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018