ЗООЛОГИЯ (зоо... һәм ...логия), хайуандар т‑дағы фән, хайуандар донъяһының төрлөлөгөн, уларҙың төҙөлөшөн һәм йәшәү рәүешен, таралыуын, тирә‑яҡ мөхит м‑н бәйләнешен, индивидуаль һәм тарихи үҫешенең законлыҡтарын өйрәнә. Хайуандар систематикаһы төрҙәрҙең күплеген тасуирлай, уларҙы оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡ билдәләре б‑са таксондарҙы иерархия тәртибендә урынлаштырып, классификация яһай, хайуандар донъяһының тарихи үҫеше юлдарын өйрәнә. Морфология һәм анатомия хайуандарҙың эске һәм тышҡы төҙөлөшөн, ш. иҫ. сағыштырма һәм эволюцион аспекттарҙа, өйрәнә, физиология организмдың йәшәү эшмәкәрлеге процестарын, уның айырым ағзаларын һәм системаларын тикшерә. Эмбриология — хайуандарҙың индивидуаль үҫешен (онтогенез), экология — уларҙың үҙ‑ара, башҡа организмдар һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н мөнәсәбәттәрен, зоогеография (биогеография бүлеге) — хайуандарҙың ер шарында таралыу законлыҡтарын һәм уны билдәләүсе факторҙарҙы, палеозоология юҡҡа сыҡҡан хайуандарҙы өйрәнә. Тикшеренеү объекттары б‑са З. протозоология — иң ябайҙарҙы өйрәнеүсе, гельминтология — паразит селәүсендәрҙе, малакология — моллюскыларҙы, арахнология — үрмәксе һымаҡтарҙы, энтомология — бөжәктәрҙе, ихтиология — балыҡтарҙы, герпетология — һөйрәлеүселәрҙе һәм ер‑һыу хайуандарын, орнитология — ҡоштарҙы, териология имеҙеүселәрҙе өйрәнеүселәргә һ.б. бүләләр. З. генетика, ветеринария, медицина, ауыл хужалығы, цитология һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. З. ҡайһы бер бүлектәре паразитология, гидробиология, эпизоотология, эпидемиология кеүек комплекслы фәндәрҙең состав өлөшө. Башҡортостанда беренсе зоол. тикшеренеүҙәр Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусылар тарафынан үткәрелә. Крайҙың хайуандары т‑дағы мәғлүмәттәр Э.А.Эверсманн, Р.Г.Игнатьев, М.Н.Богдановтың һ.б. хеҙмәттәрендә бар. 19 б. аҙ. — 20 б. башында фаунаны Н.А.Зарудный, А.Н.Карамзин, П.П.Сушкин, А.П.Толстой, С.Г.Штехер һ.б. өйрәнә. Респ. фаунаһын һәм балыҡ ресурстарын өйрәнеүҙе, уларҙы рациональ ҡулланыу һәм тергеҙеүҙе ойоштороуға Башҡортостан комплекслы экспедицияһы хеҙм‑рҙәре В.П.Еленевский, С.И.Снигиревский һ.б. ҙур өлөш индерә. 30‑сы йй. алып ҡоштар һәм имеҙеүселәрҙе күҙәтеү Башҡорт ҡурсаулығында алып барыла; тикшеренеү һөҙөмтәләре Н.М. Гордиюк, С.В.Кириков, Н.М.Лоскутова, К.А.Филоновтың һ.б. хеҙмәттәрендә дөйөмләштерелгән. Паразит селәүсендәрҙе систематик рәүештә өйрәнеүҙе СССР ФА‑ның 160‑сы Союз (1‑се Башҡ.) гельминтологик экспедицияһы (1936) башлап ебәрә. 30—40‑сы йй. П.А.Положенцев етәкс. бөжәктәр һәм имеҙеүселәрҙең гельминттарын; ағас үҫемлектәренең ҡоротҡос бөжәктәрен өйрәнеү б‑са тикшереүҙәр алып барылған. Респ. терр‑яһында тереклек итеүсе хайуандар т‑дағы мәғлүмәттәр “Башҡортостандың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Башкирии”; 1949, 1977, 1995) китабында дөйөмләштерелгән. 80‑се йй. уртаһынан Башҡорт дәүләт университетында Р.Ф.Биккинин, И.П.Дьяченко — балыҡтарҙы, Ә.Ф.Мәмәтов — һыу ҡоштарын, В.А.Книсс — мәмерйәләр фаунаһын, В.Г.Боев —бентосты, М.Ғ.Баянов, Г.Р.Йомағолова —ҡырағай хайуандарҙың паразит селәүсендәрен, Л.Н.Ғирфанова, А.Н.Зей‑Нечаева, Р.К.Степанова һ.б. бөжәктәрҙе тикшереү м‑н шөғөлләнгән. Болоттарҙы, күгәүендәрҙе һ.б. өйрәнеүгә —Е.В.Кучеров, орнитофаунаны — В.Д.Ильичёв, Е.В.Карев, В.Е.Фомин, герпетофаунаны — В.Ф.Хәбибуллин, бал ҡорттарын — М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, Й.Т.Шакиров, И.В.Шафиҡов, балыҡ гельминттарын — В.И.Казадаев, күбәләктәрҙе өйрәнеүгә М.Ғ.Миһрановтың хеҙмәттәре арналған. 90‑сы йй. башына респ. хайуандарҙың 15 тибының (хордалылар, быуынтығаяҡлылар, моллюскылар, яҫы ҡорттар һ.б.) төр составы асыҡланған. З. өлкәһендәге фәнни асыштарҙың һөҙөмтәләре умартасылыҡта, балыҡсылыҡта, һунарсылыҡ хужалығында, биологик индикацияла, һыу ятҡылыҡтарының биол. продуктлылығын баһалағанда, ш. уҡ ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, инфекцион ауырыуҙар һәм кеше, хайуандарҙың паразитар ауырыуҙары м‑н көрәш сараларын, хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау б‑са саралар эшләгәндә ҡулланыла.

Әҙәб.: Сушкин П.П. Птицы Уфимской губернии //Материалы к познанию фауны и флоры Российской империи. М., 1897. Вып.4; Кириков С.В. Птицы и млекопитающие в условиях ландшафтов южной оконечности Урала. М., 1952; Баянов М.Г. Зоологические исследования в Башкирии. Уфа, 1997.

М.Ғ.Баянов, И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика