ВОРОБЬЁВ Виктор Васильевич (25.6.1939, Павловский Посад ҡ. — 9.10.1991, Өфө), тау инженер‑геологы. РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1990). Төньяҡ Кавказ тау‑металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (Орджоникидзе, 1962) “Башкиргеология” ПБ‑нда эшләй: Переволочан геол. разведка экспедицияһы геологы, 1969 й. алып баш геологы, 1974 й. — Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы экспедицияһының геол.- иҡт. партияһы нач., 1978 й. — Мәғлүмәт- хисаплау үҙәге нач., 1986 й. — Башҡ‑н геол.‑геофизика экспедицияһының Соран партияһында бүлек мөдире, 1990 й. — баш геологы. Фәнни-производство эшмәкәрлеге Башҡортостанда, Ырымбур өлк. һәм Көнбайыш Себерҙә төҫлө металдар эҙләү һәм разведкалауға бәйле. В. тарафынан респ. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары запастарын иҫәпләү өсөн кондициялар эшләнә. Октябрьский һәм Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971). 

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика