ДУБОВИК Ирина Евгеньевна (13.3.1952, Сталинград ҡ.), альголог. Биол. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) БДПИ‑ла эшләй; 1976 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге антропоген факторҙарҙың эпифит һәм тупраҡ ылымыҡтарының үҫешенә йоғонтоһон, төрлө кимәлдә эрозияланған һөрөнтө һәм сиҙәм ерҙәрҙә ылымыҡтарҙың үҫеш законлыҡтарын өйрәнеүгә арналған. Д. тупраҡ һаҡлау сараларын альгологик баһалау ысулдарын эшләгән, БР-ҙың ер өҫтө эпифит ылымыҡтарының таксономик исемлеген төҙөгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Водоросли эродированных почв и альгологическая оценка почвозащитных мероприятий. Уфа, 1995; Введение в ботанику и альгология. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018