АҘЫҠӘМ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡүлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа кондитер сәнәғәте, ликёр-араҡы сәнәғәте, макарон сәнәғәте, май эшкәртеү сәнәғәте, парфюмерия-косметика сәнәғәте, һыра ҡайнатыу сәнәғәте, йәшелсә-емеш сәнәғәте, шәкәр сәнәғәте, икмәк бешереү сәнәғәте, алкоголһеҙ эсемлектәр производствоһынан һ.б. тора (ҡара: табл.). Башҡортостанда А.‑т.с. барлыҡҡа килеүе шарап ҡыуыу заводтары м‑н бәйле. 19 б. уртаһында сәнәғәттең кондитер һәм һыра ҡайнатыу тармаҡтары үҫешә башлай; Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө спирт-араҡы з‑дтары, 20 б. башында макарон изделиелары, йәшелсә-емеш продукцияһы һ.б. етештереү б‑са пр‑тиелар асыла. 1943 й. сәй төрөү ф‑каһы (ҡара: “ТЕАСТАН — Өфө сәй төрөү фабрикаһы”) файҙаланыуға тапшырыла. 2004 й. тармаҡта 817 пр‑тие һәм производство булған. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте етештереү күләменең 52,3%‑ы А.‑т.с. өлөшөнә тура килгән; 20 мең самаһы эшсе мәшғүл булған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. А.‑т.с. өсөн белгестәр әҙерләү Аграр университетта, Башҡорт дәүләт университетында, Ырымбур дәүләт университетының Өфө филиалында, Мәскәү технология һәм идара итеү университетының Мәләүез филиалында, Мәләүез механика-технология техникумында, Механика-технология колледжында һ.б. алып барыла.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018