ИЛАҒУТ (Lythrum), илағут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда талъяпраҡ И. һәм сыбыҡ И. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы, төҙ, тармаҡлы, 50—150 см бейеклектә. Япрағы ябай, ланцет рәүешендә, ултырма, ҡапма‑ҡаршы йәки суҡлы теҙелешле. Сәскәһе алһыу йәки ҡуйы ҡыҙыл, япраҡ ҡуйынында, һепертке йәки тәлгәш сәскәлеккә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Һыу буйында, һаҙлыҡта, һаҙлы болонда һәм урманда үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив, баллы үҫемлек, буяу үләне. Составында дуплау матдәләре бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке