ДЕЙТЕРОМИЦЕТТАР, камил булмаған бәшмәктәр (Deuteromycetes), бәшмәктәр класы. 5 тәртибе (агономицеттар, бластомицеттар, гифомицеттар, меланконий һымаҡтар, сферопсидалылар), 17 меңдән ашыу төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 5 тәртибе, бер нисә мең төрө бар. Д. күп ядролы күҙәнәктәрҙән торған яҡшы үҫешкән, тармаҡлы, септаланған (бүлкәләр м‑н бүленгән) мицелийы бар. Камил булмаған, йәки аспороген, сүпрә бәшмәктәренең вегетатив тәне күҙәнәктәрҙең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Д. тереклек циклы гаплоидлы фазала үтә. Уларҙың күпселеге конидиялар (енесһеҙ үрсеү споралары) м‑н үрсей. Ҡайһы бер Д. конидиаль спора туплау булмай, бындай бәшмәктәр йыш ҡына склероциялар барлыҡҡа килтерә, ҡайһы ваҡыт стериль мицелийҙар формаһында ғына осрай. Конидиялар күп күҙәнәкле (һирәгерәк бер күҙәнәкле) тармаҡлы конидия туплағыстарҙа барлыҡҡа килә. Күпселек Д. мицелийҙың өҫкө йөҙөндә йәки шар (көршәк) рәүешендәге спора һауыттарында — пикнидаларҙа төркөмдәргә берләшкән конидия туплағыстар (коремиялар, ложа, пионноттар, спородохиялар) барлыҡҡа килтерә. Күптәренең гетерокариондары — генетик яҡтан төрлө ядролы (улар гифтар араһында барлыҡҡа килгән анастомоздар ярҙамында алмашына ала) күҙәнәктәре бар. Д. парасексуаль процесс күҙәтелә, был осраҡта гетерокариондарҙың ядроһы ҡушыла һәм барлыҡҡа килгән диплоидлы ядро геномдары яңы комбинациялы ядроларға бүленә. Д. араһында тупраҡ сапротрофтары (тупраҡ бәшмәктәренең күпселек өлөшөн тәшкил итә) өҫтөнлөк итә; ҡайһы берҙәре — ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр тамыры м‑н микоризаға, тупраҡ бактериялары м‑н симбиозға инә. Күптәре (ботритис, вертицилл, кладоспорий, пирикулярия, церкоспора һ.б. затҡа ҡараған төрҙәре) ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын (антракноз, вилт, кладоспориоз, перикуляриоз, церкоспороз һ.б.) тыуҙыра. Ҡоротҡос бөжәктәрҙә (биссман боверияһы — 200‑ҙән ашыу бөжәкте, нескә боверия — май ҡуңыҙҙарын, гирзутелла төркөмө төрҙәре күп бөжәктәрҙе һәм талпандарҙы зарарлай) һәм үҫемлектәр өсөн патоген бәшмәктәрҙә (ампиломицес — онло ысыҡ бәшмәктәрендә, еп һымаҡ дарлюка — тут бәшмәктәрендә) паразит булыусы Д., ш. уҡ фитофаг‑бөжәктәрҙе юҡ итеүсе йыртҡыс Д. (бөжәк ашаусы артроботрис, аҡ дактилярия, тридентария заты төрҙәре һ.б.) үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлауҙың биол. ысулында ҡулланыла. Микроспорум заты төрҙәре микроспорияны тыуҙыра. Дендродохина, пеницилл, стахиботрис, фузариум төрҙәре игендә һ.б. аҙыҡ‑түлектә үрсеп, кешенең һәм а.х. малдарының ҡаты ағыуланыуына килтереүсе токсиндар бүлеп сығара. Ҡайһы бер Д. (аспергилл, пеницилл, фузарий һ.б.) аҙыҡ-түлектә, сәнәғәт әйберҙәрендә, картиналарҙа һ.б. үңәҙ барлыҡҡа килтерә. Һыу гифомицеттары (ангвилоспора, гелискус, дактилелла, трикладий һ.б. затҡа ҡараған төрҙәре) һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу процесында ҙур әһәмиәткә эйә, умыртҡаһыҙҙар-детритофагтар өсөн аҙыҡ булып тора. Аспергилдар, пеницилдар микробиология сәнәғәтендә антибиотиктарҙың, ферменттарҙың һәм органик кислоталарҙың продуценты булараҡ ҡулланыла.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке