АҘНАБАЕВА Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29.3.1937, Силәбе өлк. Туҡтыбай а.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1988). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1‑се Белорет урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1962 й. алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” ж. хеҙм‑ре, “Русский язык в башкирской школе” (“Башҡорт мәктәбендә урыҫ теле”) ж. яуаплы секретары. 1986 й. башлап Милли мәғариф проблемалары ин‑тының Башҡ‑н филиалында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — мөдир, бер үк ваҡытта 1999—2006 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑ты уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. мәктәптәренең башланғыс кластарында урыҫ телен уҡытыуҙың яңы технологияларына, үҫтереүсе белем биреү проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. башҡ. мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн урыҫ теле дәреслектәре авторы.

Хеҙм.: Русский язык: учеб. для 1 класса башкир. шк. Уфа, 2000; Русский язык: учеб. для 4 класса башкир. шк. Уфа, 2000; Русский язык: учеб. для 3 класса башкир. шк. по системе развивающего обучения Д.Б.Эльконина — В.В.Давыдова. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.