ВОЛГАУРАЛ АНТЕКЛИЗАҺЫ,  В о л г а ‑ К а м а а н т е к л и з а һ  ы,  Көнсығыш Европа платформаһы сиктәрендә  ер ҡабығы ҡатламдарының  киң (иңе йөҙәр км) һөҙәк антикли‑  наль ҡалҡыуы. А.Д.Архангельский  (1934) тарафынан Көнсығыш Рәсәй  уйпатлығының Волга‑Кама участкаһы  тип билдәләнә; ВолгаУрал нефтле  һәм газлы провинцияһын өйрән‑  гәндә Н.С.Шатский (1945) В.‑У.а.  булараҡ айырып күрһәтә. Төньяҡта — Тимандың йыйырсыҡлы өлкәһе, көнсығышта  — Урал алды бөгөлө, көньяҡта  — Каспий буйы синеклизаһы,  көнбайышта Мәскәү синеклизаһы м‑н  сиктәш. В.‑У.а. һуң палеозой ҡатламдары  б‑са 2‑се дәрәжәле ыңғай һәм  кире структуралар бүленә: Башҡорт  көмбәҙе, Төньяҡ Татар һәм Көньяҡ  Татар көмбәҙҙәре, Кама, Пермь, Жигули‑Пугачёв,  Соль‑Илецк көмбәҙҙәре,  Вятка валы, Үрге Кама уйпатлығыБымКөңгөр уйпатлығы, Благовещен  уйпатлығы, Һайылмыш уйпатлығы,  Висим, Быҙаулыҡ уйпатлыҡтары,  Бөрө биләне, Ҡазан, Соҡ, Павловка  биләндәре һ.б. Архей‑иртә протерозой  йәшендәге кристалл нигеҙе  ҡатмарлы йыйырсыҡлы, һелте һәм  әсе составлы интрузиялы көслө метаморфизм  хас булған комплекстарҙан  (амфиболит, гранулит, магматит,  гнейс) тора. Метаморфизмға бирелмәгән  һөҙәк ятҡан терриген һәм карбонатлы  тоҡомдарҙан торған ултырма  ҡатлама аҫҡы (авлакоген) һәм өҫкө  (плита) комплексҡа бүленә. Авлакоген  комплекс КамаАғиҙел бөгөлөндә,  Кажим, Пачелма, СерноводАбдулла  бөгөлөндә — тар тәрән бөгөлдәрҙә  (авлакогендар) яткан рифей ҡатламдарынан  ғибәрәт. Бөгөлдәрҙең тәрәнлеге  10 км. 2—3 км ҡалынлығындағы  плита комплексы ауышыу мөйөшө  бер аҙ тура килмәгән авлакоген ҡатламдар  өҫтөндә йәки туранан‑тура  кристалл нигеҙҙә ятҡан венд һәм палеозой  ҡатламдарынан тора. Ултырма  ҡапламаның палеозой ҡатламдары араһында  кембрий ҡатламдары бөтөнләй  осрамай, ордовик‑иртә девон ҡатламдары  айырыуса В.‑У.а. көньяҡ һәм  көнбайыш периферияларында күп.  Һуң девонда һәм карбон башында  КамаКинәле бөгөлдәре системаһының  ситтәрендә — риф‑карбонатлы,  үҙәгендә битум һымаҡ балсыҡ‑мергель  ҡатламдарының тупланыуы бара.  Мезозой (триас һәм юра) терриген  ҡатламдары аҙ осрай. Девон‑пермдең  терриген һәм карбонатлы ҡатламдарына  нефть ятҡылыҡтары тура килә. 

Әҙәб.: Ш а т с к и й Н.С. Избранные труды:  в 4 т. М., 1963—1965.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика