ГОРДИЮК Николай Михайлович (3.1.1947, Украина ССР‑ы Вычевки а.), зоолог. Биол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Киров а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Белорет урман хужалығы ПБ‑ның баш һунарсылыҡ белгесе булып эшләй. 1974 й. декабренән (өҙөклөк м‑н) Башҡорт ҡурсаулығында: 1978—85 йй. өлкән, 2001 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. 1999—2001 йй. Шүлгәнташ ҡурсаулығының дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге тояҡлы ҡырағай хайуандарҙың морфол. үҙенсәлектәрен, тояҡлы хайуандарҙың һәм эре йыртҡыстарҙың ҡылыҡтарын, “йыртҡыс—ҡорбан” мөнәсәбәттәрен өйрәнеүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Влияние волчьей стаи на копытных в Башкирском заповеднике //Проблема охраны генофонда и управления экосистем в заповедниках лесной зоны. М., 1986; Взаимоотношения копытных животных и крупных хищников Южного Урала. Миасс, 2002.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика