ГОНИОЛИМОН (Goniolimon), татырлан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африка далаларында, ярымсүллектәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Ҡытыршы-ҡырлы йәки тар ҡанатлы, сәскәлектә тармаҡланған һабаҡлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—60 см. Япрағы тамыр яны розеткаһында, ябай, бөтөн (ҡыҙғылт Г. — ланцет, һылыу Г. һәм ҡыҙғылт Г. – киң, шыма), шыма ситле, буҙ-йәшел төҫтә. Сәскәһе ваҡ, каса япрағы буранка рәүешендә, тажы бөгөлмә, 5—10 ҡалаҡсалы, тажы 5 алһыу, миләүшә-ал төҫтәге, сәскә атҡандан һуң эскә бөгәрләнеүсе таж япраҡтарынан тора. Сәскәлеге эре, еңел һыныусан (орлоҡтоң таралыуына булышлыҡ итә) һеперткегә йәки ҡалҡансыҡҡа йыйылған 1—6 сәскәле башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше асылыусан, бер орлоҡло, каса япрағы менән уратылған ярылы емешлек эргәлеге менән. Далала, ҡоро тупраҡлы һәм татырлы болонда, балсыҡлы, ташлы һәм ҡырсынташлы битләүҙә үҫә. Бейек Г. респ. бөтә терр‑яһында тиерлек осрай, һылыу Г. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында үҫә, БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һылыу Г. 20 б. 30-сы йй. Хәйбулла р-нының Яңы Ергән а. янында үҫкән. Декоратив үҫемлектәр фитодизайнда киң ҡулланыла. Дуплау матдәләре бар, тирене дуплау өсөн һәм буяу булараҡ яраҡлы.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика