ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович (18.2.1898, Кубань өлк. Лабинская станицаһы — 15.6.1992, Өфө), инженер‑геолог. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1951). Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1929). 1926—34 йй. һәм 1939—41 йй. Бөтә Союз геол. ин‑тының (Ленинград) өлкән ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1931—34 йй. Ленинград тау ин‑тында уҡыта. 1934—39 йй. Ҡаҙағстанда эшләй. 1949 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑ның баш геологы, 1954— 79 йй. геол.‑партиялар начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге БАССР, Ырымбур өлк., Үҙәк һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан терр‑яларында геол.‑төшөрөү эштәренә бәйле. В. Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендәге колчеданлы зоналар силуры һәм девонының төбәк стратиграфик схемаларын төҙөй. Уның етәкс. Баймаҡ, Сибай, Учалы һ.б. мәғдәнле райондарҙың прогнозлы металлогеник карталары төҙөлә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1958). Ленин (1951), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1950), “Почёт Билдәһе” (1946) орд. м‑н бүләкләнгән. Трилобит төрҙәре — Basiliella vodorezovi, Paraolenoides vodorezovi, Phacops (Trimericephalus) vodorezovi, замоклы брахиоподтар — Enantiosphen vodorezovi, аяҡбаш моллюскылар класы — Eoasinites vodorezovi һәм мәрйен һымаҡ полиптар — Sestrophyllum vodorezovi уның исеме м‑н аталған.

Х е ҙ м.: Методика составления металлогенических карт рудных районов Башкирского Урала //Материалы по геологии и полезным ископаемым Южного Урала. М., 1972 (авторҙ.).

А.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика