ГИГРОФИТТАР (гр. hygros — дымлы һәм ...фито), дымлы урында үҫкән үҫемлектәр. Г. һыу үҫемлектәре (гидрофиттар) һәм дым кимәле етерлек, ләкин артыҡ булмаған шарттарҙа үҫеүсе үҫемлектәр (мезофиттар) араһында урталыҡты алып тора. Г. өсөн юғары транспирация (һыуҙың парға әйләнеүе), һауа йөрөтөүсе туҡыманың булыуы (аэренхима), тамыр системаһының, һабаҡтың механик туҡымаларының, бағана хлоренхимаһы һәм япраҡ кутикулаһының насар үҫешеүе хас. Урта бүлкәт Г., ш. иҫ. Башҡортостан Г., 2 төркөмгә бүленә. Эре япраҡтары м‑н айырылып торған күләгә, йәки йоҡа япраҡлы Г. күләгәле урманда үҫә, ергә яҡын һауа ҡатламының дымлылығын һаҡлауға булышлыҡ итә (адокса, ҡына һ.б.), һауаның түбән дымлылығында тиҙ һулый. Яҡтылыҡ Г. асыҡ урында, һәр ваҡыт артыҡ дымлы булған тупраҡта, һауаның юғары дымлылығында үҫә (йөрәгүлән, һаҙ бөрмәкәйе, һаҙ томбойоғо һ.б.), һыу режимының үҙгәреүенә насар яраҡлаша. Яҡтылыҡ Г. араһында яр буйы (көтөүсе ҡумыҙы, терпебаш, һыусәсәк, шәкәрле тамыр) һәм һаҙлыҡ (ҡылысъяпраҡ, өсьяпраҡ, һаҙғанат һ.б.) үҫемлектәре (ҡара: Һаҙлыҡтар) күп. Г. шулай уҡ ҡайһы бер мүктәр (һаҙ мүге) ҡарай. Декоратив үҫемлектәр (ваҡ сәскәле йөрәгүлән, мускуслы адокса, һаҙғанат, ябай ҡына), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (күл йыуаһы), дарыу үҫемлектәре (өс бүлемле эт дегәнәге, һаҙ ҡылысъяпрағы һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ҡалҡҡан терпебаш, яҡынайған күрән һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (ағыулы лютик, һаҙ томбойоғо һ.б.). Г. үҫемлектәрҙең 50 һирәк төрө (аҙ сәскәле күрән, бер бүлбеле тәбәнәк әшәлсә, оҙон япраҡлы бармаҡтамыр, өс теленмәле мәрйентамыр, һаҙ баҙыҡайы, һаҙ хаммарбияһы, һары күбәләк сәскәһе, һарымһаҡ туйрауты, шифалы ҡырлут һ.б.; реликт — тутлы схенус һ.б.; эндемик — урал елбәгәйе) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, шуларҙың 5‑еһе (Лёзель липарисы, оҙон әшәлсә, һуғанбашлы калипсо, ябай ҡылысүлән, япраҡһыҙ һаҡалтай сәскә) РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика