ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна (7.3.1911, Пермь ҡ. — 15.1.1977, Өфө), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1959), проф. (1965). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1934) “Башнефть” берекмәһенең үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. нач.; 1947—60 йй. һәм 1965—73 йй. Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тының лаб. етәксеһе, бүлек етәксеһе, 1960 й. алып дир. урынбаҫары, 1973 й. — өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге стратиграфия һәм палеонтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. В. тарафынан карбон һәм аҫҡы пермь фораминиферҙары системалаштырыла; аҫҡы һәм урта таш күмер ҡатламының стратиграфик схемаһы эшләнә, ул Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһында геол.‑разведка эштәре йүнәлешенә мөһим йоғонто яһай, яңы нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын асыуға булышлыҡ итә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), “Почёт Билдәһе” (1952, 1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Стратиграфии и фации средне- и нижнекаменноугольных отложений Башкирии и их нефтегазоносность. М., 1959; Каменноугольные отложения Волго-Уральской нефтегазоносной провинции. М., 1975.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика