ЕЛ, Ер өҫтөндә атмосфера баҫымының тигеҙ бүленмәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән һәм юғары баҫым өлкәһенән түбән баҫым өлкәһенә йүнәлгән һауа хәрәкәте. Һауа хәрәкәтенә Ер әйләнешен кире ҡағыу көсө, ышҡылыу көсө, үҙәктән ҡыуған көс һ.б. йоғонто яһай. Е. тиҙлек һәм йүнәлеш (анеморумбометр, флюгер һ.б. м‑н, ирекле атмосферала пилот-шарҙар ярҙамында үлсәнә) хас. Тиҙлеге м/с, км/сәғәт, узелдарҙа күрһәтелә, визуаль рәүештә балдарҙа (Бофорт шкалаһы б‑са) баһалана. Тиҙлеккә ҡарап уртаса (5—8 м/с) һәм көслө (14 м/с ашыу) Е., дауылға (20— 25 м/с), ҡойонға (30 м/с ашыу) айырыла. Е. 20 м/с тиклем ҡапыл ҡыҫҡа ваҡытҡа көсәйеүе — шквал, елһеҙлек штиль тип атала. Йүнәлеше градустарҙа йәки 16 румбалы система (төньяҡ, төньяҡ-төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш-төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һ.б.) б‑са румбаларҙа күрһәтелә. Е. йүнәлешенең теге йәки был урын өсөн ҡабатланыуы елдәр розаһы рәүешендә һүрәтләнә. Режимы атмосфера циркуляцияһы, рельеф үҙенсәлектәре һ.б. м‑н билдәләнә. Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш (йәйгеһен — төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш) Е. өҫтөнлөк итә, Башҡортостандың Урал аръяғында — көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш (ҡышҡыһын — төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡкөнбайыш). Республика б‑са йыллыҡ уртаса тиҙлек 2,5 м/с алып (Белорет р‑ны Туҡан а.) 4,3 м/с тиклем (Яңауыл ҡ.) тәшкил итә; йылына көслө Е. көндәр (макс. тиҙлек 40 м/с тиклем; дек., ғин., мартта йыш ҡабатлана) һаны — 7 көндән алып (Белорет р‑ны Инйәр а.) 36 көнгә тиклем (Мәләүез ҡ.). Бриздар, тауүҙән елдәре һ.б. күҙәтелә.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика