ГЕХЕБ БРАХИТЕЦИУМЫ (Brachythecium geheebii), мүк һымаҡтар төрө. Йәшел төҫтәге эре йомшаҡ ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ ике өйлө үҫемлек. Һабағы һырылыусы, ҡауырһынлы-тармаҡлы, төҙ, осло, тотош япраҡ ҡаплаған ботаҡлы. Япрағы ҡатлы, киң йомортҡа-ланцет рәүешендә, осло, буйға йыйырсыҡлы, сите шыма, аҫ яҡтан киң ҡайтармалы. Тамырсығы япраҡ осона етмәй тамамлана. Спорогондары БР‑ҙа билдәле түгел. Ишембай (Ҡолғона а. көнбайышҡа табан 10 км), Бөрйән (Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Шүлгән й. яры), Мәләүез (Башҡортостан милли паркы, Ағиҙел һәм Нөгөш йй. үҙәндәре), Стәрлетамаҡ (Йөрәктау шиханы) һәм Белорет (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Бәләғош һырты) р‑ндарында эзбизташлы текә битләүҙәрҙә үҫә. Һирәк төр, реликт. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына һәм Европаның Мүк һымаҡтар ҡыҙыл китабына (1995) индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика