ЗЕЛИГЕР ГЕРЦОГИЕЛЛАҺЫ (Herzogiella seligeri), мүк һымаҡтар төрө. Асыҡ йәки тоноҡ йәшел төҫтәге йомшаҡ ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө япраҡ һабаҡлы мүк. Йәйенке һабағы 2—5 см оҙонлоҡта бөгөлгән, ботағы осҡа табан нәҙегәйә. Япрағы ситләшкән, бер яҡҡа йүнәлтелгән, ланцет рәүешендә, осло һәм яҫы, өҫ яҡтан бысҡы ситле. Япраҡтың тамырсығы ҡыҫҡа, сәнске һымаҡ (йәки юҡ). Ҡумтаһы оҙонса, оҙон ҡыҙыл һабаҡта урынлашҡан. Дымлы, япраҡлы һәм ылыҫлы һаҙланған урмандарҙа серек ағаста үҫә. Дыуан (Мәсәғүт а. төньяҡҡа табан 10 км), Краснокама (Яңы Йәнйегет а. көньяҡҡа табан 3 км), Бөрйән (Шүлгәнташ ҡурсаулығы) р‑ндарында табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика