ГЕОБОТАНИКА (гео... һәм ботаника), үҫемлек япмаһын фитоценоздар берләшмәһе булараҡ өйрәнеүсе фән. Г. составына фитоценология, ботаник география (флористика һәм үҫемлектәр географияһы), үҫемлектәрҙең популяцион биологияһы, үҫемлектәр экологияһы (аутэкология) инә. Г. айырым бүлектәре (урмандарҙы өйрәнеү фәне, болондарҙы өйрәнеү ғилеме, һаҙлыҡты өйрәнеү ғилеме һ.б.) үҫемлектәр донъяһының төп типтарын өйрәнә. Г. биогеография, климатология, тупраҡ ғилеме, физик география һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда тәүге геоботаник тикшеренеүҙәр 18—19 бб. үткәрелә (С.И.Коржинский, И.И.Лепёхин, Х.Ф.Лессинг, П.С.Паллас). Г. үҫешенә 20 б. 1‑се ярт. эшләгән ғалимдар айырыуса ҙур өлөш индерә (П.П.Жудова, И.М.Крашенинников, С.Ф.Курнаев, А.К.Носков). Тикшеренеүҙәр Крашенинниковтың һәм С.Е.Кучеровская‑Рожанецтың “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы" (“Растительность Башкирской АССР”; 1941) монографияһында дөйөмләштерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. үҫемлектәрен Украина ботаниктары Д.Я.Афанасьев, Г.И.Билык, Е.М.Брадис һ.б. өйрәнә. 50—60‑сы йй. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы үҫемлектәрен — П.Л.Горчаковский, һыубаҫар туғайҙарҙың үҫемлек бергәлектәрен — Б.М.Миркин, агрофитоценоздарҙыҡын Р.Ғ.Миңлебаев тикшерә. Геоботаник тикшеренеүҙәр айырыуса 70‑се йй. үҫеш ала: Башҡорт дәүләт университетында һәм Биология институтында Г. лаб. ойошторола. Миркин етәкс. респ. фитоценология б‑са фәнни мәктәп төҙөлә. 1970—75 йй. СССР һәм Монголия ФА‑ларының Берлектәге комплекслы биол. экспедицияһында эшләгән БАССР геоботаниктары (Р.Ш.Кашапов, Миркин, Л.Г.Наумова һ.б.) тарафынан Монголияның һыубаҫар болондары, далалары, сүллектәре  өйрәнелә. БР геоботаниктары үҫемлек япмаһын тикшереүҙең һан ысулдарын — ординацияны, геоботаник индикацияны һ.б. эшләүгә (Т.В.Попова, Г.С.Розенберг һ.б.), синтаксономия — бейек тау, урман, болон, рудераль, сегеталь һ.б. үҫемлек япмаһын өйрәнеүгә (Л.М.Абрамова, Э.З.Байышева, А.Р.Ишбирҙин, Л.М.Ишбирҙина, Д.Н.Карпов, В.Б.Мартыненко, Р.Й.Муллағолов, К.М.Рудаков, А.И.Соломещ, С.М.Ямалов, Н.И.Фёдоров һ.б.), синдинамика — һыубаҫар туғайҙарҙы һәм үлән ҡатнашмаларындағы сукцессияларҙы, көтөүлек дигрессияһын (Т.Г.Горская, С.И.Йәнтүрин, У.Б.Юнысбаев һ.б.), фитоценоз концепцияһын (Миркин, Наумова) өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Башҡортостан геоботаниктарының хеҙмәттәре 80‑се йй. СССР‑ҙа бөтә донъяла ҡабул ителгән үҫемлек бергәлектәрен классификациялау ысулының (Ж.Браун‑Бланке һәм уның эшен дауам итеүселәр тарафынан эшләнгән) таралыуына булышлыҡ итә. БДУ‑ла һәм Биология ин‑тында — бергәлектәрҙең һаҡлауға мохтаж һирәк  типтарын асыҡлау (В.А.Едрёнкина, Мартыненко, А.Ә.Мулдашев, Н.М.Сәйфуллина һ.б.), БДУ‑ла биологик төрлөлөк һәм агроэкосистемаларҙың тотороҡлоғо проблемалары (Р.М.Хәзиәхмәтов, Г.Р.Хәсәнова, Й.Т.Һөйөндөков, Э.Ф.Шәйхисламова һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Яңы фәнни йүнәлеш — үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең популяцион экологияһы (Н.И.Барышникова, М.М.Ишморатова, Э.З.Муллабаева, И.В.Һөйөндөков һ.б.) үҫешә. Шулай уҡ ҡара: Агроэкология, Ботаник-географик районлаштырыу.

Әҙәб.: Синтаксономия, экология и динамика рудеральных сообществ Башкирии. Уфа, 1988; Миркин Б.М., Наумова Л.Г., Соломещ А.И. Современная наука о растительности. М., 2001; Мартыненко В.Б., Соломещ А.И., Жирнова Т.В. Леса Башкирского государственного природного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2003.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика