ВДОВЫКИН Геннадий Петрович (23.8.1937, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Веровка а. — 14.12.2010, Мәскәү), геохимик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1976), проф. (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1982 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) Бөтә Союз тәбиғи газдар ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1962—75 йй. В.И.Вернадский ис. Геохимия һәм аналитик химия ин‑тында эшләй, 1982 й. алып Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ҒТИ- ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, сектор мөдире, баш ғилми хеҙм‑ре, 1992 й. — И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тының төп ғилми хеҙм‑ре, 1999— 2000 йй. Г.А.Гамбурцев ис. Ер физикаһы ин‑тының (бөтәһе лә — Мәскәү) баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге Урыҫ һәм Көнсығыш Себер платформаларының, Кавказ алды һәм Урал алды бөгөлдәренең, Уралдың, Ҡырым һәм Манғышлаҡ ярымутрауҙарының геол. төҙөлөшөн һәм нефтле булыуын өйрәнеүгә бәйле. В. тарафынан боронғо платформаларҙағы трапп магматизмы тикшерелә, Көнсығыш Себерҙәге Ер ҡабығының тәрәндәге ярығы картаға төшөрөлә (Вдовыкин линеаменты), нефть һәм газ, нефть ятҡылыҡтарын эҙләүҙә геохимик ысулдар эшләнә. 4 нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 480‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы. В.И. Вернадский ис. пр. лауреаты (1969). В. исеме м‑н метеориттарҙың полимер органик матдәһе (вдовыкинит) аталған.

Х е ҙ м.: Углеродистое вещество метеоритов. М., 1967; Введение в нефтегазовую геологию трапповых регионов. М., 1994; Глубинные разломы и нефтеносность. М., 2003.

Әҙәб.: Б о н д а р е в И.М., Р у д н е в А.Н., С е н ю к о в Р.В. Профессор Г.П.Вдовыкин, русский естествоиспытатель, энциклопедист. М., 2002.

 

Р.В.Сенюков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика