ГАЛОФИТТАР (гр. hals – тоҙ һәм ...фит), татырлы тупраҡта үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлек. Г. 3 төркөмгә бүленә: эвгалофит, киногалофит, гликогалофиттар. Эвгалофиттар, йәки ысын Г., күпселектә итләс япраҡлы һәм һабаҡлы, күҙәнәктәренең цитоплазмаһы юғары тоҙлолоҡҡа бирешмәй, татырлыҡтарҙа үҫә (татырлан, шведка һ.б.). Киногалофиттар махсус биҙҙәр ярҙамында артыҡ тоҙҙо япраҡ өҫтөнә бүлеп сығара, ҡоро далала үҫә (татыр үләне, франкения һ.б.). Гликогалофиттарҙың тамыр системаһы тоҙҙо насар үткәрә, тоҙлолоғо бик юғары кимәлдә булмаған тупраҡта (билсән, ланцет япраҡлы юл япрағы) йәки тоҙло тупраҡта үҫә (татыр әреме). Г. тупраҡ тоҙлолоғоноң биол. индикаторы булып тора. Мал аҙығы үҫемлектәре (мамығүлән, ҡайын еләге клеверы, Невский арпаһы һ.б.), һаҙ һарыгүҙе — дарыу үҫемлеге. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына Г. үҫемлектәрҙең яҡынса 16-гә һирәк төрө (һаҙ һарыгүҙе, каспий татыр үләне, керпексәле тоҡортаж, ыҫпай һуған, кершәнләнгән франкения һ.б.; реликттар — ятыусан бабасыр уты, һаҡаллы йәнтиана, тамырсалы һуған; эндемиктар — Крашенинников юл япрағы, Коржинский татлы тамыры) индерелгән.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика