ГАГАРА ҺЫМАҠТАР (Gaviiformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе (гагаралар), 5 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 төрө бар. Һыуҙа йөҙөүсе ҙур күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 53—73 см, ауырлығы 1,1—3,4 кг). Ҡауырһыны көлһыу йәки аҡ м‑н сыбарланған ҡара төҫтә, түше һәм ҡорһағы — аҡ. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы, ҡалын мамыҡ ҡатламлы. Суҡышы төҙ, осло, көслө. Ҡанаты ҡыҫҡа, тар. Г.һ. аяғы көслө, кәүҙәһенең артҡы өлөшөндә урынлашҡан (ҡоро ерҙә ауыр йөрөй, ғәҙәттә шыуыша). Алғы бармаҡтары оҙон, йөҙөү ярылары м‑н тоташҡан; артҡы бармағы көсһөҙ, башҡаларынан өҫтәрәк урынлашҡан, тар йөҙөү ярыһы бар. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Һыу буйында үләнле һөҙәк ярҙа парлап (һирәкләп сыпҡай һ.б. ҡоштар м‑н берлектә тупланып) оя ҡоралар. 1—3 (йышыраҡ 2) йомортҡа һалалар. Инә һәм ата ҡош 25—29 көн баҫа. Ваҡ балыҡтар, моллюскылар һ.б. умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡланалар. Г.һ. ғүмеренең күпселек өлөшөн һыуҙа үткәрә, ярға оя ҡороу һәм ял итеү өсөн генә сыға. Ҡарабоғаҡ гагара — Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таҙа һыулы күлдәрҙә һәм ҡылыларҙа, ҡыҙылбоғаҡ гагара осоп китеү һәм килеү осоронда Башҡортостандың Урал алдында осрай. Ҡарабоғаҡ гагара БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика