АҘНАБАЕВА Лариса Алексеевна (17.4.1941, Кировоград ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре инглиз теле, урыҫ теле, француз теле материалында коммуникатив лингвистика, тел һәм телмәр проспекцияһы, антропоцентризм, когнитивизм, коммуникатив прагматика, телмәр тәьҫире теорияһы идеялары юҫығында телдә анимизация һәм метафоризация проблемаларына арналған. А. хеҙмәттәрендә шәхес-ара бәйләнештә адресаттың телмәр үҙенсәлеге принциптары айырып күрһәтелгән. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Принципы речевого поведения адресата в конвенциональном общении. Уфа, 1998; Языковая проспекция. Уфа, 2000; Антропоцентризм в мышлении и языке. Уфа, 2010.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке