ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич (30.11.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Некрасовка а. — 6.5.1966, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1942), проф. (1943). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1945), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1927) Көнсығыш пед. ин‑тында (Ҡазан) уҡыта. 1931 й. алып Башҡ‑н геол. разведка тресында эшләй, 1934 й. башлап Башҡ‑н сәнәғәт ҒТИ‑ның сектор етәксеһе. 1938—51 йй. Һарытау ун‑тының дөйөм геол. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1939—40 йй. дир. урынбаҫары, 1944 й. алып геол. ф‑ты деканы, 1949—50 йй. проректоры, 1946— 48 йй. Һарытау ун‑ты эргәһендәге Геология һәм тупраҡ ғилеме ҒТИ директоры. 1951—56 йй. СССР ФА БФ‑ы Президиумы рәйесе, бер үк ваҡытта 1954 й. тиклем Тау‑геол. ин‑ты дир., 1952—61 йй. БАХИ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Түбәнге Волга буйы, Көньяҡ Уралдың геол. төҙөлөшөн һәм файҙалы ҡаҙылмаларын өйрәнеүгә бәйле. В. тарафынан Көнбайыш Башҡортостандың мезозой һәм кайнозой ҡатламдарының тәүге стратиграфик схемаһы төҙөлә, хәҙ. рельефтың нефтле һәм газлы тектоник структураларға бәйле булыуы иҫбатлана; Ер ҡабығының яңы хәрәкәттәрен өйрәнеүҙең геол.-геоморфологик методикаһы һәм уны нефтле структураларҙы эҙләгәндә ҡулланыу ысулдары тәҡдим ителә; геоморфологик карта төшөрөүҙең тарихи принциптары эшләнә. В. ҡатнашлығында респ. янар һәүерташтар, һоро күмер, төҙөлөш материалдары һәм утҡа сыҙамлы балсыҡ ятҡылыҡтары асыла. Янғантауҙың термаль күренештәрен, Көньяҡ Уралдағы ашалған сыбар ҡатламды һәм карст процестарын һүрәтләй. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 4‑се, БАССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1954). Уның исемендәге премия булдырылған. Өфөлә урамға В. исеме бирелгән.

Х е ҙ м.: Четвертичные отложения Башкирии //Учёные записки Саратовского государственного университета. Саратов, 1938. Т.1. №2; Мезозойские и третичные отложения западного склона Башкирского Урала //шунда уҡ. Саратов. 1940. Т.15. №2.

А.П.Рождественский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика