ЕЛБЕГӘЙ (Anemonoides), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: алтай Е., лютик һымаҡ Е., урал Е. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, 8—25 см бейеклектә. Оҙон һаплы тамыр яны япраҡтары 1—2 бөртөк йәки бөтөнләй юҡ; оҙонса ланцет өлөшлө, ултырма йәки һаплы 3 һабаҡ япрағы япмаға әүерелгән. Сәскәһе аҡ, һары төҫтә, яңғыҙ урынлашҡан йәки ярым сатыр сәскәлектә. Апр.—май башында сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, майҙа өлгөрә. Урманда, болонда үҫә, Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Баллы, декоратив үҫемлек. Лютик һымаҡ Е. һәм алтай Е. — ағыулы үҫемлек, япрағы тирене яндыра. Эндемик урал Е. БР‑ҙың һәм РФ-тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика