ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы (31.12.1928, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑нефтсе. ТР ФА‑ның почётлы акад. (1999), техник ф. д‑ры (1965), проф. (1967). ТАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) “Ишимбайнефть” тресында эшләй. 1953 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Мәскәүҙә: 1956 й. тиклем Бөтә Союз нефть һәм газ ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1971 й. башлап дир., 1986—90 йй. “Нефтеотдача” Бөтә Союз тармаҡ‑ара ғилми‑техник комплексының ген. дир. урынбаҫары, 1995 й. алып “ЛУКОЙЛ” нефть компанияһы Ғилми‑инженерҙар үҙәгенең бүлек нач., 2001—03 йй. ген. дир. советнигы, бер үк ваҡытта 1973—83 йй. һәм 2003—10 йй. башлап И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тында уҡыта. 1956 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының (Бөгөлмә ҡ.) дир. урынбаҫары, 1964—1971 йй. дир.; 1990—95 йй. Нефть һәм газ ресурстарын үҙләштереү мәсьәләләре б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑тикшеренеү ин‑тының (Вьетнам) ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө составлы нефть ятҡылыҡтарының нефтле һәм һыулы ҡатламдарын үҙләштереү технологик процестарының матем. моделен төҙөүгә бәйле. В. нефть промыслаһы мәғлүмәтен эшкәртеүҙең автоматлаштырылған системаларын төҙөү принциптарын нигеҙләй. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 80 уйлап табыу авторы. ТАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ҡаҙаҡ ССР‑ының Дәүләт пр. (1984), СССР МС пр. (1981), И.М.Губкин ис. пр. (1969, 1981) лауреаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Эффективные способы решения задач разработки неоднородных нефтеводоносных пластов методом конечных разностей. М., 1963; Разностные методы решения задач разработки нефтяных месторождений. М., 1970; Нефтяная промышленность России: вчера, сегодня, завтра. Опыт разработки месторождений углеводородов в 1950—2008 гг. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 2008.

 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика