ВАҠ ҺАЙЫҪҠАНДАР (Laniidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 12 заты, яҡынса 70 төрө билдәле; Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө бар. Күсәр ҡоштар, ваҡ һайыҫҡан ҡайһы ваҡыт ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 18—28 см, ауырлығы 25—80 г. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡабарынҡы, ерәнһыу көрән, һорғолт көрән, алағанаттыҡы көлһыу, маңлайы ҡара, ата ҡоштар сағыуыраҡ төҫтә. Башы ҙур, муйыны йыуан, ҡыҫҡа. Суҡышы оҙонса, ырғаҡ рәүешендә, суҡышының өҫтөндә сығынты бар. Ҡанаты ҡыҫҡа. Ҡойроғо оҙон, түңәрәкләнеп бөтә йәки киртләсле. Аяғы көслө, бөгөлгән осло тырнаҡлы. Моногам. Парлап (алағанат ҡайһы ваҡыт тупланып) ағаста, ҡыуаҡта оялай. Ғәҙәттә, 4—9 һарғылт йәшел, көрән йәки һорғолт йәшел таплы йәшкелт, йәшкелт зәңгәр йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 14—18 көн баҫа. Бөжәктәр, ваҡ кимереүселәр, ер тишкестәр, ҡоштар, кеҫәрткеләр м‑н туҡлана. Ябай ҡарағанат, табышын ҡыуаҡтарҙың ботағына йәки сәнскеләренә сәнсеп, һаҡлам йыя. Урман ситендә, ҡырҡындыла, үҙәндә, далала, парктарҙа һәм баҡсаларҙа йәшәй. БР‑ҙа башлыса дала һәм урман-дала райондарында осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй. Ҡарағанат БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.  

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика