ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы (5.9.1943, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1995). РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1966 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында эшләй, 1969— 71 йй. һәм 1974 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р. 1985—90 йй. Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тының сектор, лаб. мөдире, 1994 й. алып һәм 2000 й. — дир. урынбаҫары, 1998—2000 йй. директоры. 1992 й. башлап “ЛУКойл—Урал” АЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары, 1993—94 йй. “Уралнефтегаз” АЙ‑ның ген. дир., 2003 й. алып “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ-ның Өфө ғилми бүлексәһе нач., 2009 й. — “ОЗНА‑Менеджмент” ЯСЙ‑ның (Өфө) фәнни‑техник мәсьәләләр б‑са ген. дир. советнигы. Фәнни эшмәкәрлеге 2 фазалы мөхиттәр гидродинамикаһын өйрәнеүгә, ауыр юғары ҡуйылыҡтағы һәм һыу ҡатыш нефтте сығарыу, йыйыу, ташыу техникаһын һәм технологияһын камиллаштырыуға арналған. В. тарафынан юғары ҡуйылыҡтағы нефтте тәрәндән ала алған насос м‑н сығарыу өсөн ҡорамалдарҙы проектлау нигеҙҙәре эшләнә, һыу ҡатыш нефттең эмульсияға әйләнеүен булдырмау ысулдары һәм ҡуйылығын кәметеү технологиялары әҙерләнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 140 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Добыча высоковязкой нефти на месторождениях Башкирии. М., 1985; Глубинно‑насосная добыча вязкой нефти. Уфа, 1992 (авторҙ.); Исследование и разработка методов выноса жидкой фазы с забоев газовых скважин Уренгойского месторождения. СПб., 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика