ДӨЙӘБАШ, рапонтикум (Stemmacantha, йәки Rhaponticum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда һыйыртел һымаҡ Д. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, ҡыуыш, төҙ, ябай, селтәр һымаҡ, 50—100 см бейеклектә. Япрағы эллипс рәүешендә, осло, яланғас йәки төк м‑н ҡапланған, сиратлы теҙелешле; аҫҡы япраҡтары осо эрерәк булған ҡауырһын бүлемле, һаплы; өҫкөләре бөтөн, ваҡ киртләсле йәки бөтөн ситле, ултырма. Сәскәһе зәңгәрһыу ал төҫтә, ике енесле, көпшәле. Кәрзинкәһе эре, яңғыҙ, тумалаҡ, һабаҡ осонда урынлашҡан. Урама япраҡсаһы күп, ҡатлы, осонда ярылы үҫентеһе бар. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ике рәт ҡыҫҡа ҡанатлы һарғылт аҡ өлпөһө булған асыҡ көрән төҫтәге 4 ҡырлы орлоҡса, июнь—июлдә өлгөрә. Башҡортостандың Урал алдында (Бүздәк р‑ны) татырлыҡта, тоҙло тупраҡта һәм болонда, Башҡортостандың Урал аръяғында (Хәйбулла р‑ны) үҫә. Баллы үҫемлек, декоратив үҫемлек.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке