АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1967), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1954—55 йй. Учалы р‑ны Яңы Байрамғол тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1960—62 йй. Белорет пед. уч‑щеһында, 1965 й. алып БДУ‑ла уҡыта. 1971 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты аппаратында эшләй (1976 й. алып фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире). 1989 й. башлап БДПУ‑ның фән б‑са проректоры, 2001 й. — башҡ. теле каф. мөдире, 2009 й. — уҡытыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре синтаксис, башҡорт теленең тарихи грамматикаһы проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу ғилми һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы. БАССР ЮС‑ының 10—11‑се саҡырылыш депутаты. Ж.Ғ.Кейекбаев ис. пр. лауреаты (2006).

Хеҙм.: Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. Өфө, 1965; Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө, 2007; Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков. Уфа, 2006 (авторҙ.).

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.