ЗАЛАВИН Константин Петрович (19.9.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 11.9.2001, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. химигы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1954). 1932 й. алып Белорет металлургия з‑дында эшләй, 1938 й. — Белорет ҡорос сым‑канат з‑дында лаб. мөдире. 1942 й. башлап Белорет ҡала советы башҡарма ком‑ты рәйесе, 1948 й. — КПСС-тың Өфөлә Дим һәм Ленин райондары ком‑ттары секретары, 1958 й. — БАССР-ҙың еңел сәнәғәт министры. 1959—93 йй. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар з‑ды директоры. З. етәкс. заводтың төп производство объекттары төҙөлә, һауала осоу, диңгеҙ һәм авиация авария‑ҡотҡарыу техникаһы, эре габаритлы пневматик конструкциялар, офсет баҫма пластиналар һ.б. етештереү үҙләштерелә; 1966—70 йй. продукция етештереү күләме 2 тапҡырға арта, 76 яңы изделие сығарыу үҙләштерелә. Ленин (1966, 1971), Окт. Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1980), “Почёт билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика