“ЖЕЛЕЗОБЕТОН”, ЯСЙ. Тимер-бетон, бетон, ағас әйберҙәр етештерә; төҙөлөш‑монтаж эштәрен башҡара. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составында тимер‑бетон, керамзит‑бетон, механика, арматура (бөтәһе лә 1953 й. ойошторолған), ағас эшкәртеү (1970) цехтары бар. 2010 й. 200 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1953 й. “Туймазанефтестрой” тресының ярҙамсы пр‑тиелары контораһының сәнәғәт базаһы булараҡ ойошторола, 1955 й. алып төҙөлөш материалдары һәм деталдәре з‑ды; 1957 й. башлап “Востокнефтестройматериалы” тресы составында, 1958 й. — Туймазы тимер‑бетон ҡоролмалар заводы. 1964 й. алып “Башжелезобетон” ПБ (ҡара: “Башстройконструкция”), 1972 й. — “Башсельстрой” идаралығы составында, 1985 й. Туймазы тимер‑бетон изделиелар з‑дына үҙгәртелә. 1991 й. башлап “Ж.” коллектив пр‑тиеһы, 1993 й. — ААЙ, 1996 й. — “Газпром” ААЙ “Баштрансгаз” ЯСЙ-ның “Ж.” Туймазы з‑ды структур бүлексәһе, 2000 й. — “Ж.” бүлендек ЯСЙ, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018