ЕФРЕМОВ Фёдор Герасимович (14.7.1906, Пенза губ. Рузвель а. — 30.3.1972, Бөрө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965). Баҡы сәнәғәт акад. тамамлағандан һуң (1939) Әзербайжан һәм Үзбәк ССР‑ы промыслаларында эшләй, 1947 й. алып “Татнефтегазразведка” тресының баш инженеры, идарасыһы, 1950—67 йй. “Башвостокнефтеразведка” тресы идарасыһы. Арлан, Сытырман, Тәтешле, Уръябаш нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Е. етәкс. 60‑сы йй. тәрән скважиналарҙы быраулау (3000 м ашыу), нефть промыслаларында мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешле күсмә объекттар урынлаштырыу эштәре башлана. Сталин пр. лауреаты (1950). Ленин (1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1951, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика