ДЬЯКОНОВ Владислав Дмитриевич (22.4.1928, Вологда ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1985). Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Щербаков ҡ. пр‑тиеларында эшләй. 1955—86 йй. һәм 1993—2005 йй. ӨМЭПБ‑ла: 1969 й. алып производство б‑са дир. урынбаҫары, 1977 й. — дир., 1978 й. — ген. дир., 2000 й. — төп производство дир. урынбаҫары. 1986 й. башлап Двигателдәр эшләү ҒТИ (Өфө) Урал филиалының фән б‑са нач. урынбаҫары, 1987—93 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында: тәж. производствоһы мөдире, бүлек мөдире, баш инженер. 80‑се йй. башында Д. етәкс. ӨМЭПБ-ла тармаҡта беренсе тапҡыр титан иретмәләренән ҡатмарлы профилле деталдәр әҙерләү технологияһы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. РСФСР ЮС‑ының 10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.