ДҮРТӨЙЛӨ ИТ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Дүртөйлө р-нының Иванай а. урынлашҡан. Составына: һуғым һәм тултырма цехтары, ярым фабрикаттар участкаһы, һыуытҡыс инә. 2010 й. 83 кеше эшләгән. Комб-т 70 төр продукция, ш. иҫ. ит һәм субпродукттар, колбаса ризыҡтары, ярым фабрикаттар, иретелгән май сығара. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1989 й. нигеҙ һалына, 1991 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1996 й. хәҙ. статусын ала. 2009 й. башлап “Хәләл” категориялы продукция сығара.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018