“ДУБИТЕЛЬ”, ААЙ. Күн, тире һәм аяҡ кейеме сәнәғәте өсөн синтетик дуплау экстракттары, ш. уҡ быраулау реагенттары, киңәйткестәр, калийлы һәм натрийлы быяла етештерә. Өфөлә урынлашҡан. “Д.” составына синтетик буятҡыстар (1969 й. тиклем үҫемлек буятҡыстары, 1930 й. ойошторолған) цехы һәм ярҙамсы цехтар инә. 2010 й. 216 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, яҡын һәм алыҫ сит илдәр пр-тиелары.

1930 й. ойошторола, 1934 й. Башҡ-н дуплау экстракттары з-ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1992 й. алып ҠП, 1994 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке