ДРАЦКИЙ Николай Григорьевич (1.6.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Гавриловский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Гавриловка а., — 19.5.1982, Әлмәт ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1950 й. алып “Бавлынефть”, 1953 й. — “Татбурнефть” тресында, 1961—72 йй. һәм 1975 й. башлап “Татнефть” берекмәһенең Әлмәт быраулау эштәре идаралығында, 1972 й. — “Главтюменнефтегаз” берекмәһенең Мегион быраулау эштәре идаралығында быраулау мастеры, 1974 й. — “Мангышлакнефть” берекмәһенең Манғышлаҡ быраулау эштәре идаралығында быраулау начальнигы. Д. бригадаһы кесерәйтелгән диаметрлы торбалар м‑н быраулау алымын үҙләштерә, секциялы турбобурҙар индерә, был 1965 й. 40 мең м ашыу тау тоҡомдарын быраулап тишергә булышлыҡ итә. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке