АҘНАБАЕВ Талғат Әхмәтғәлим улы [12.6.1912, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яҡшымбәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 20.5.1980, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Көйөргәҙе р‑нының “Урожай” к‑зы, 1939 й. — Яҡшымбәт а/с, 1942—69 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. А. етәкс. колхозда иген культуралары уңышы 15,4 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2500 кг (1967) етә. Хужалыҡ СССР‑ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (1954, 1957, 1967) ҡатнаша. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.