“ДВИГАТЕЛЬМОНТАЖ”, БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларының технологик ҡорамалдарын монтажлау һәм ремонтлау эштәрен башҡарған пр-тие. 1950 й. “Двигательмонтаж” тресының (Мәскәү) Салауат монтаж идаралығы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып “Д.” Салауат ҡуртым төҙөлөш-монтаж идаралығы, 1994  й. — ААЙ, 2003 й. —“Востокнефтезаводмонтаж”акционерҙар компанияһының структур бүлексәһе, 2015 й. ябыла. Составына металл конструкциялар, торба узелдары, стандарт булмаған ҡорамалдар әҙерләү б‑са цехтар ингән. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдары булған. 2010 й. 240 кеше эшләгән. Пр‑тие тарафынан Башҡортостан нефтехимия компанияһы, “Газпром нефтехим Салават”,“Каучук”,“Полиэф”һ.б. пр-тиеларҙа ҡорамалдар монтажлау эштәре  башҡарылған.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке