“ДАЧИЯ-ФЕНИКС”  Өфө шарап заводы, шарап һәм башҡа алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр ҡойоу пр‑тиеһы. 1959 й. Молдавия ССР‑ының “Молдвинпром” виноградсылыҡ һәм шарап яһау б‑са агросәнәғәт берекмәһенең Өфө шарап з‑ды булараҡ ойошторола, 1974 й. алып шул берекмәнең Өфө шарап комб‑ты (1986 й. тиклем уның составына Сибай шарап з‑ды ингән; етештерелгән шарап продукцияһының күләме йылына 1,5 млн далға еткән), 1990 й. — Молдова Республикаһы А.х. һәм аҙыҡ‑түлек министрлығының “Дачия‑Феникс” виноградсылыҡ һәм шарап яһау баш идаралығының Өфө шарап комб‑ты, 1997 й. — “Д.‑Ф.” ААЙ, 2002 й. ябыла. Составына шарап материалдарын һаҡлау, ҡойоу, әҙер продукция, быяла тара һ.б. цехтар ингән. 1999 й. 52 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018