ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №2, он, ҡатнаш мал аҙығы һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1905 й. “Якорь” тирмәне булараҡ ойошторола, 1908 й. файҙаланыуға тапшырыла (хужалары: А.Петерс, Г.Пеннер, Г.Тиссен; 1920 й. һуң национализациялана). 20‑се йй. аҙағынан “Союзхлеб” берекмәһе Башҡ‑н өлкә контораһының 3‑сө тирмән з‑ды булараҡ билдәле, 1933 й. алып Башҡ‑н он тартыу тресы, 1957 й. — Башҡ‑н иген продукттары идаралығы (ҡара: “Башхлебопродукт”) составында, 1997 й. — “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2000 й. — “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы; 1975 й. башлап 2‑се Д.и.п.к., 2006 й. ябыла. Составына тирмән з‑ды (1905 й. нигеҙләнгән) һәм ҡатнаш мал аҙығы з‑ды (1956) ингән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке