ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №1, ЯСЙ. Иген һәм май биреүсе культуралар орлоғон әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү эштәрен башҡара. Составына: 2‑се (1976 й. нигеҙләнә) һәм 3‑сө (1989) элеваторҙар, 4‑се тирмән з‑ды (1989) инº. 2010 й. 180 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.

1932 й. алып “Союзхлеб” берекмәһе Башҡ‑н өлкә контораһының тирмән комб‑ты булараҡ билдәле; 4‑се, 5‑се, 6‑сы тирмән з‑дтары (20 б. 10‑сы йй. тирмән булараҡ нигеҙләнәләр) базаһында ойошторола. 1933 й. башлап Башҡ‑н он тартыу тресы, 1957—97 йй. һәм 2000 й. алып “Башхлебопродукт” ДУП‑ы составында, 1998 й. — “Башхлебоптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. башлап “Башҡортостан тирмәндәре” ААЙ (2002 й. “Башхлебопродукт” ДУП‑ы составынан ДУП булараҡ бүленеп сыға) филиалы. 1975 й. хәҙ. исемен, 2008 й. хәҙ. статусын ала, «“Разгуляй” төркөмө”» ААЙ (Мәскәү) составында. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018