“ГРАНТ” фәнни-етештереү предприятиеһы, ЯСЙ. Скважиналарҙы тикшереү, нефть һәм газ ятҡылыҡтары продуктив ҡатламдарының газогидродинамик параметрҙарын контролдә тотоу өсөн датчиктар, приборҙар һәм технологик параметрҙарҙы контролдә тотоу системалары, лаб. йыһаздары һ.б. уйлап таба һәм етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. ойошторола. Составы: конструкторлыҡ һәм етештереү бүлектәре, метрология лабораторияһы. Пр-тиела тармаҡта тәүге тапҡыр скважинала һәм уның тамағында т-ра баҫымын үҙгәрткестәр (1998), штангалы тәрәнлек насостарын динамометрлау системалары өсөн көсәйткес датчик (1999), нефть продукттарының сифатын билдәләү өсөн аппараттар (2003), тәрәнлектән проба алғыстар (2006) һ.б. уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР‑ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең нефть һәм газ сәнәғәте пр-тиелары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика