“ГОРНАС”, ААЙ. Үҙәктән ҡыуғыс насостар (70‑тән ашыу тип-үлсәм) етештергән. Составына механика, тимерлек-преслау (1967 й. тиклем тимерлек), йыйыу цехтары ингән. 2004 й. 91 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын сит илдәргә сығарылған.

1898 й. Өфөлә слесарлыҡ-тимерселек-баҡырсылыҡ оҫтаханаһы базаһында суйын-баҡыр ҡойоу механика з‑ды булараҡ И.И.Гутман тарафынан төҙөлә. З‑д һыу үткәргес ҡорамалдар, ашлыҡ һуҡҡыстар, ҡеүәтһеҙ двигателдәр, янғын һүндереү машиналары; суйындан, баҡырҙан ҡойоп яһалған әйберҙәр һ.б. етештергән. Янғын һүндереү машиналары С.‑Петербург (1900), Пенза (1904), Дондағы Ростов, Ҡазан (икеһе лә — 1908), Омск (1910) ҡалаларында үткәрелгән Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә алтын һәм көмөш миҙалдар м‑н бүләкләнгән. 1919 й. алып 1‑се суйын ҡойоу механика з‑ды, 1933 й. — “Башзолото” тресы составындағы (1946 й. тиклем) Өфө тау ҡорамалдары з‑ды. Алтын табыу сәнәғәте өсөн ҡорамалдар, пар цилиндрҙары, йөн тетеү-һалабаш етештереү машиналары, насостар һ.б.; Б.В. һуғышы йылдарында миналар һәм снарядтар эшләп сығарған. 60‑сы йй. уртаһынан насостар, гидроциклондар, ҡойоп яһалған нәфис әйберҙәр һ.б. етештергән. 1993 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика