АҘНАБАЕВ Рауил Әхмәтйән улы (29.3.1959, Силәбе ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (2003 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа катаракта һәм уның өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү һәм хирургик дауалау проблемаларына арналған. А. күҙ яҫмығы һәм күҙ мөгөҙсәһенең тыумыштан һәм тормошта барлыҡҡа килгән ауырыуҙарын дауалауҙың яңы ысулдарын эшләй, илдә беренсе тапҡыр кесе йәштәге балалар күҙенең быяла һымаҡ есемен хирургик дауалау ысулын индерә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 36 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1987).

Хеҙм.: Вторичная имплантация заднекамерных интраокулярных линз у детей. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке