“ГИДРОМАШ”, а.х., юл-төҙөлөш һәм махсус хәрәкәтсән техниканың башҡа төрҙәрен комплектлаштырыу өсөн гидростатик трансмиссиялар, гидрокүләмле күсергестәр, аксиаль-бешкәкле гидронасостар, гидромоторҙар (ҡара: Гидравлик двигателдәр); нефть скважиналарын ремонтлау өсөн ҡорамалдар һ.б. етештереү пр-тиеһы. 1977 й. Салауат ҡ. ойошторола, 1978 й. “Кардан” з-ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1995 й. алып “Салаватгидромаш” ААЙ, 2003 й. башлап “Г.”, 2014 й. ябыла. Составына механик эшкәртеү, йыйыу, һынау, тимерлек-преслау, гальваник-термик, ағас эшкәртеү цехтары; инструменттар, стандарт булмаған ҡорамалдар, резина-техник изделиелар һәм пластмасса производстволары ингән. 2005 й. 558 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡынса 40%-ы АҠШ, Европа һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия  илдәренә сығарылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика