“ГИДРАВЛИКА” Ө ф ө  а г р е г а т  п р е д п р и я т и е һ ы, АЙ. Авиация ярҙамсы энергия ҡулайламалары; бәләкәй үлсәмле энергия ҡулайламалары; титан иретмәләре, тутыҡмай торған ҡорос һәм фторопластан титан м‑н сырмалған һығылмалы үткәргес торбалар һәм компенсаторҙар; һыу, яғыулыҡ, һауа, май фильтрҙары; яғыулыҡ һәм гидравлик системалар өсөн агрегаттар һ.б. етештерә. “Г.” составына агрегат, металл шлангылар, ярҙамсы энергия ҡулайламалары производстволары; тәж.-конструкторлыҡ бюроһы (1956 й. ойошторолған) һәм газ ҡулайламалары производствоһы (БР-ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а., 1968) инә. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларына ебәрелә, 29 яҡын һәм алыҫ сит илгә сығарыла. 1942 й. эвакуацияланған (Һарытауға, һуңыраҡ Өфөгә) 307‑се Ржев з‑ды (1939 й. нигеҙләнгән, ҡатлау изделиелары етештергән) ҡорамалдары базаһында филиал булараҡ ойошторолған, 1943 й. алып Авиация сәнәғәте ХК-ның 85‑се союз з‑ды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында завод Урал һәм Себер авиация сәнәғәте пр‑тиеларын продукция м‑н тәьмин итә. 1945 й. агрегат производствоһы үҙләштерелә, 1948 й. һығылмалы металл үткәргес торбалар етештереү башлана. 1966 й. башлап “Г.” Өфө з‑ды, 1970 й. “Гидромеханика” КБ (Өфө) м‑н берләшкәндән һуң “Г.”  Өфө агрегат берекмәһе, 1991 й. хәҙ. исемде йөрөткән ДУП, 2002 й. — ФДУП, 2011 й. — ААЙ, 2015 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела 70‑се йй. башында БР‑ҙа тәүге тапҡыр тутыҡмай торған ҡоросто микроплазма м‑н иретеп йәбештереү, 80‑се йй. башында ҡорос һәм алюмин иретмәләренең үтәһығылмалылығын файҙаланып изотермик штамплау индерелә. “Г.” м‑н И.М.Глинкин, Н.Н. Морев, Л.И.Павлов, И.С.Хужин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика