ДӘҮЛӘКӘН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта —Благовар, төньяҡ-көнсығышта — Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы, көнсығышта — Ауырғазы, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта — Әлшәй, көнбайышта — Бәләбәй, төньяҡ-көнбайышта Бүздәк р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Әлшәй р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны —1866 км2. Адм. үҙәге —Дәүләкән ҡ., Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. —53,8; 1959 —45,5; 1989 —17,5; 2002 —18,3; 2010 —18,3. Милли составы: башҡорттар — 45,8%, урыҫтар — 21,2%, татарҙар — 20,3%, сыуаштар – 6,5%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы —10,1 кеше/км2. Районда 16 ауыл советы, 91 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Вперёд (1,0 мең кеше), Ивановка (0,8 мең), Мәкәш (0,8 мең) ауылдары.

Район Татар көмбәҙенең тышҡы зонаһында һәм Благовещен уйпатлығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Район терр‑яһында балсыҡ һәм кирбес етештереүҙә файҙаланылған ҡомло балсыҡ (Мораҙым), кирбес сеймалы (Дүртөйлө), нефть ятҡылыҡтары (Гордеев, Искәндәр, Шөңгәккүл) бар. Климаты континенталь, йылы, ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра −15 °С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 38 °С, абс. миним. т‑ра −40°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 400—500 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Дим, Кесе һәм Урта ҡушылдыҡтары м‑н Оло Өйҙөрәк й.; Таҡйылға, Ҡарамалы ҡушылдыҡтары м‑н Өршәк й.; Асылыкүл барлыҡҡа килтерә. Типик, типик ҡалдыҡлы‑карбонатлы, йыуылған ҡара тупраҡ һәм кәҫле-карбонатлы тупраҡтар күп. Дим һәм Өршәк йй. үҙәндәрендә аллювиаль тупраҡ. Район майҙанының 5,8%‑ын киң япраҡлы урмандар ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Асылыкүл, Балҡантау, Александровка а. эргәһендәге ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы, “Дәүләкән” АХПК терр‑яһындағы зәңгәр шыршы ултыртылған парк, “Алға” шишмәһе — тәбиғәт ҡомартҡылары. Райондың көнбайыш өлөшө “Асылыкүл” тәбиғи паркына инә.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 159,9 мең га (дөйөм майҙандың 85,6%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 94,5, сабынлыҡтар — 19,2, көтөүлектәр — 46,3; урмандар майҙаны — 10,7; ер өҫтө һыуҙары — 3,9. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [АХПК, 14 ЯСЙ, 3 ААЙ, “Ҡаҙанғол” тәж.-производство хужалығы, 85 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша, йылҡысылыҡ, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында Дәүләкән сорт һынау участкаһы бар. Нефть ятҡылыҡтары “Ишимбайнефть”, “Туймазанефть” НГДУ‑һы тарафынан эшкәртелә. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Абдулла—Өфө участкаһы), Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ-Миәкә, Бүздәк—Дәүләкән, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдары үтә. Көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда 18 дөйөм белем биреү мәктәбе, 21 филиал, урта һәм төп белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. Суйынсы урта мәктәбе, 13 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы; үҙәк район һәм участка дауаханаһы, 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 35 клуб учреждениеһы, 25 китапхана бар. Районда 2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Асылыкуль” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке