ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов м‑н бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха, Мотовилиха з‑дтарын һ.б. баҡыр мәғдәне м‑н тәьмин итеү м‑н шөғөлләнә. Башҡортостанда тау эшен үҫтереү һәм Рәсәйҙә тәүге юғары техник мәктәп — С.‑Петербургта Тау уч‑щеһын (хәҙ. Г.В.Плеханов ис. С.‑Петербург тау академияһы) асыу инициаторы. 1771—89 йй. Тасимовтар уч‑щены тәьмин итеү өсөн 7 мең һумдан ашыу аҡса түләй. И.Т. исеме Аҡъяр тау колледжына бирелгән; С.‑Петербург тау акад. бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2006 й. алып Өфөлә Тасимов уҡыуҙары үтә.

Әҙәб.: Башкирские рудопромышленники Тасимовы /А.З.Асфандияров [и др.]. Уфа, 2011.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018