ИРӘНДЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Краснохта һәм Шартым йй. (Уй й. ҡушылдығы) араһында төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км. Киңлеге 4—6 км. Абс. бейеклеге 921 м. Билән м‑н бүленгән көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрҙән тора. Биләндең үҙәк өлөшөндә оҙонлоғо 400 м, киңлеге 100 м, бейеклеге 20 м яҡын ҡалҡыулыҡ (төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған) бар. Көнбайыш битләүҙәре тигеҙ, көнсығышта 1 м тиклем бейеклектәге таш яланғаслыҡтар осрай. Һырттың көньяҡ өлөшө битләүҙәре ҙур булмаған уйһыулыҡтар м‑н ҡатмарлашҡан. Ирәндек свитаһы порфириттарынан, диабаздарынан, туфтарынан һәм туф брекчияларынан тора. И. итәгендә Краснохта һәм Шартым йй. ҡушылдыҡтары башлана; көнсығыш битләүендә шишмәләр күп. Ландшафтары аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡарағай һәм икенсел ҡайын урмандарынан тора. Уйһыу урындарын ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандары һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болон далалары биләй.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.